16:32 (UTC+5), 08 Февраля 2018

Республика вуздары студенттары һәм аспиранттарының сит илдә уҡыу өсөн Рәсәй Президенты стипендияларын алыу мөмкинлеге бар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан вуздары студенттары һәм аспиранттары сит илдә уҡыу өсөн Рәсәй Президенты стипендияһын алыу мөмкинлегенә эйә. Конкурс башланды ла инде. Илдең Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, унда юғары белем биреү программалары: бакалавриат, белгеслек, магистратура һәм көндөҙгө бүлектә аспирантурала фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләү программалары буйынса уҡыған, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә үҙен күрһәткән, фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән, вуздың ғилми советы тәҡдим иткән студенттар ҡатнаша ала.
Стипендияға Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиатының уҡыуға, виза алыуға, уҡыған урынға барып ҡайтыуға, йәшәүгә, медицина страховкаһына, урындағы транспортты түләүгә сығымдары индерелгән.
Стипендия аҡсаһы Рәсәйҙең Мәғариф һәм министрлығы тарафынан ҡабул иткән ойошманың банк иҫәбенә күсерелә. Тәҡдим ителгән уҡыу ваҡыты — бер йылдан ла артыҡ түгел. Тулыраҡ мәғлүмәтте илдең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1114230-studenty-i-aspiranty-vuzov-bashkirii-mogut-poluchit-stipendii-prezidenta-rossii-dlya-obucheniya-za-r/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика