Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2018, 07:40

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты өсөнсө тапҡыр илдә иң яҡшыһы булды

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте
«Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты өсөнсө йыл рәттән Рәсәйҙең иң яҡшы аэропорты булды. Был турала Өфө авиаүҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһының «Иң яҡшы аэропорт – 2018» номинацияһында («Йылына 4 миллионға тиклем пассажир хеҙмәтләндергән халыҡ-ара аэропорты» категорияһы) Ҡазан һәм Владивосток аэропорттарын уҙып китеп, еңеүсе булды. Бынан тыш, Өфө аэропорты пассажирҙарҙың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса йәнә иң яҡшыһы тип танылды.
Бүләкләү тантанаһы 7 февралдә Мәскәүҙә NAIS-2018 Граждандар авиацияһы инфраструктураларының милли күргәҙмәһенең эшлекле программаһы сиктәрендә үтте. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты генераль директорына награданы Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары Александр Юрчик тапшырҙы.
«Бөтә Башҡортостан халҡы, аэропорт хеҙмәткәрҙәре исеменән бик шәп инициатива – граждандар авиацияһы инфраструктураларының күргәҙмәһе өсөн рәхмәт әйтәһе килә», — тип Халыҡ-ара аэропорттың матбуғат хеҙмәте Александр Андреевтың телмәренән өҙөмтә килтерә. — «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» премияһы тармаҡта мөһим ваҡиғаға әйләнде. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең бөтәһенә лә ысын күңелдән рәхмәтлемен. Премия бурыстарҙы үтәп, пассажирҙарҙы ҡәнәғәтләндереп, формала булыу, көн һайын үҫешер өсөн стимул булып тора. Пассажирҙарҙың таныуы – аэропорт ҡәҙерләгән һәм уның менән ғорурланған тағы ла бер ҡиммәтле награда».
Белешмә
«Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһы йыл һайын тапшырылып килә. Эксперттар советы ҡарары, шулай уҡ пассажирҙарҙың онлайн тауыш биреүе нигеҙендә һөҙөмтә төҙөлә. Аэропорт терминалдарының һәм хеҙмәттәрҙең эшен сағылдырған пассажирҙарҙы һәм авиакомпанияларҙы хеҙмәтләндереү сифаты, операция күрһәткестәре, транспорт (авиация) хәүефһеҙлеге, аэропорттарҙың авиациянан тыш табыштары, экологик һәм социаль яуаплылыҡ кеүек критерийҙар буйынса авиаүҙәктәргә баһа бирелә.
http://www.bashinform.ru/news/1113995-mezhdunarodnyy-aeroport-ufa-v-tretiy-raz-podryad-stal-luchshim-v-strane/
Автор:Дарья Петрова
Читайте нас: