04:20 (UTC+5), 08 Февраль 2018

Өфө 2018 йылда сәйәхәт өсөн Рәсәйҙең аҙ сығымлы ҡалалары исемлегенә ингән

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Skyscanner эҙләү сараһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһына сәйәхәт ҡылыу аҙ сығым талап иткән йүнәлеш тип иҫәпләнә. Самолетҡа ике яҡҡа билет 5,5 мең һумдан башлана. Белгестәр йәшәүгә һәм туҡланыуға хаҡтарҙы иҫәпкә алмаған.
Ә бына иң ҡиммәт йүнәлештәрҙең береһе – Сочи: бер кешегә бер аҙна яҡынса 44 мең һумға төшә. Был суммаға осош, йәшәү һәм туҡланыу ингән. Сәйәхәтселәргә Санкт-Петербургка (48 мең) һәм Мәскәүгә (45 мең һум) сәфәргә күберәк аҡса сығарырға тура килә.
Сит ил йүнәлештәренән иң осһоҙо – Белоруссия (ике кешегә ике аҙна – 76,5 мең һум), Молдавия (76,8 мең), Абхазия (84,3 мең), Һиндостан (85 мең) һәм Әрмәнстан (85,5 мең).
http://www.bashinform.ru/news/1114152-ufa-voshla-v-spisok-samykh-ekonomnykh-gorodov-rossii-dlya-puteshestviya-v-2018-godu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика