05:40 (UTC+5), 07 Февраля 2018

Ватандаш табиптарҙы сит илдәрҙән Башҡортостанға күсерәләр

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Хөкүмәте сит илдәрҙән юғары квалификациялы ватандаш табиптарҙы йәлеп итәсәк. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан йыл һайын – 2,5 миллион һум, федераль бюджеттан тағы ярты миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған.
Башҡортостанға ҡайтырға булғандарға кәрәкле социаль ярҙам саралары, медицина һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеләсәк, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ ителәсәк.
Уҙған көндәрҙә республика Хөкүмәте Президиумы ултырышы сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү баҙарын көйләү» дәүләт программаһының «Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙға Башҡортостан Республикаһына үҙ теләге менән күсергә булышлыҡ итеү» ярҙамсы программаһы раҫланды.
Был ярҙамсы программа республикаға медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм медицина һөнәрҙәренә уҡыусы студенттарҙы даими йәшәү урынына йәлеп итеү иҫәбенә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт ресурстары етешмәүлекте кәметеүгә һәм сифатлы составты яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
«Ярҙамсы программа сараларын тормошҡа ашырыу йыл һайын Башҡортостан биләмәһенә программала ҡатнашҡан 60 кешене һәм 120 уларҙың ғаилә ағзаһын күсерергә мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников. — Йыл һайын ярҙамсы программаны финанслау күләме Башҡортостан ҡаҙнаһы иҫәбенә – 2,5 миллион һум, федераль бюджеттан тағы ярты миллион һум тәшкил итәсәк. Программаны ғәмәлгә ашырыу ваҡыты 4 йылға иҫәпләнгән».
http://www.bashinform.ru/news/1113733-vrachey-sootechestvennikov-iz-za-rubezha-pereselyat-v-bashkiriyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика