Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2018, 12:19

Республиканың баш ҡалаһында Европаның көнсығыш нөктәһе билдәһен ҡуйыу күҙаллана

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рус география йәмғиәте ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм ультрамарафонсы Дмитрий Ерохин Өфөлә Европаның көнсығыш нөктәһе билдәһен ҡуйыу тәҡдимен индерҙе. 2016 йылда Гиннестың Рекордтар китабы эксперттары Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, тип билдәләне ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Португалиялағы Рока мороно Европаның көнбайыш нөктәһе тип танылған.
Билдә ҡайҙа һәм ниндәй формала ҡуйылыр? Әлегә билдәһеҙ. Урындағы властар өфөләрҙе, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, спортсыларҙы, билдәле шәхестәрҙе һәм идея авторы Дмитрий Ерохинды ошо мәсьәләне тикшереүгә йәлеп итергә вәғәҙәләне. Объектты Өфөнөң Совет районында ҡуйырҙар, моғайын.
http://www.bashinform.ru/news/1113605-v-stolitse-bashkirii-poyavitsya-znak-samoy-vostochnoy-tochki-evropy/
Читайте нас: