08:50 (UTC+5), 07 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов икенсе сменаны бөтөрөү буйынса Ҡырмыҫҡалы районы тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Сахай ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар шөғөлләнәсәк яңы корпусын ҡараны.
Буш торған административ бина төҙөкләндерелгән һәм икенсе сменаны бөтөрөү буйынса программа сиктәрендә урындағы мәктәпкә тапшырылған. Капиталь ремонтты уҙғарыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 4,5 миллион һум бүленгән. Түбәһе, тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, йылылыҡ, электр һәм һыу тәьминәте системалары яңыртылған, бинаның тышы йүнәтелгән.
Уҡыусылар өсөн йорт-йыһаздары, уҡытыу һәм ашхана ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә урындағы бюджеттан тағы 2 миллион һум бүленә. 107 балалыҡ алты кабинет һәм аш залы эшләү күҙҙалана.
Рөстәм Хәмитов буш торған ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү һәм мәктәп нужаһы өсөн тапшырыу тәжрибәһен ыңғай баһаланы, уны республиканың башҡа райондарында ла ҡулланырға тәҡдим итте.
- Был ғәйәт ҙур төҙөлөштәр түгел, үҙ көс менән хәл итерлек, – тип билдәләне төбәк Башлығы. – Ошондай варианттарҙы тәү сиратта ҡарарға кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1113631-rustem-khamitov-predlozhil-ispolzovat-opyt-karmaskalinskogo-rayona-po-likvidatsii-vtoroy-smeny/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика