09:10 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Тәүгеләрҙән булып киҙеү менән сирләүселәр прививка яһатмаған — Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Грипп вирусын эләктергән тәүге пациенттар вакцина яһатмаған булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙан. Уҙған аҙнаның һуңында республикала киҙеү менән ауырыу осраҡтары теркәлә башланы. Сирлеләрҙә вирустың А1 һәм Б төрҙәре асыҡланған.
Был миҙгелдә төбәктә халыҡтың 41,8 % – 1,7 миллиондан ашыу кеше прививка эшләткән. Сағыштырыу өсөн: 2016 йылда республикала йәшәүселәрҙең 39,7% вакцина һалынған.
Прививканан баш тартҡандарҙың күбеһе уның тулы гарантия бирмәүенә һылтанған. Белгестәр раҫлауынса, прививка 100% гарантия бирмәй, ләкин ул өҙлөгөүҙән һаҡлай. Кеше киҙеү менән сирләһә лә, уны еңелерәк һәм тиҙерәк үткәрә.
Уҙған аҙнала Башҡортостанда 20 меңдән ашыу кешегә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, уларҙың 5,8 меңгә яҡыны Өфөлә.
Медиктар сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Һалҡын тейеүҙе киҙеүҙән нисек айырырға?
Грипп ҡапыл башлана: тән температураһы бер нисә сәғәт эсендә 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә һәм 3-4 көн буйына төшмәй. Башҡа билдәләре: ҡалтырата, тирләтә, баш һәм мускулдар ауырта, баш әйләнә, хәл бөтә. Һыуыҡ тейҙергән осраҡта иһә танауҙан һыу аға, тамаҡ ҡыҙара, ауырта, йыш сөскөртә, йүтәлләтә, грипп ваҡытында иһә аҙ ғына тымау күҙәтелә. Сирҙең икенсе көнөнә йүткергән саҡта күкрәк тәңгәле ауырта башлай. Күҙҙәр йыш ҡыҙара.
http://www.bashinform.ru/news/1113186-pervye-zabolevshie-grippom-ne-byli-privity-rospotrebnadzor-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика