04:30 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Республика табиптары Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларына лайыҡ булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федерацияның дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының колопроктология бүлеге мөдире Салауат Хәсәновҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ул Алтай дәүләт медицина университетын тамамлап, һөнәри эшмәкәрлеген интерн хирург булып башлай. Төрлө йылдарҙа Өфөнөң 13-сө дауаханаһында, Башҡорт дәүләт медицина университетының онкология кафедраһында, Республика онкология диспансерында эшләй. 2001 йылдан әлегәсә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында.
Салауат Хәсәнов – медицина фәндәре докторы. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемгә эйә. 2011 йылда «Иң яҡшы табип» республика конкурсының «Иң яҡшы хирург» номинацияһында еңеүсе.
Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң баш табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм атҡаҙанған табибы, юғары категориялы табип Зөһрә Гурова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1113168-vrachi-bashkirii-udostoeny-gosudarstvennykh-nagrad-rossiyskoy-federatsii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика