13:26 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Мәскәү вуздарында белем алған республика студенттары Рәсәй спортсыларын яҡлау митингында ҡатнашты

Гөлсәсәк Ханнанова
Гөлсәсәк Ханнанова
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ағзалары — 50-гә яҡын студент Мәскәүҙә «Рәсәй — минең йөрәгемдә» митинг-концертында ҡатнашты. Сараға бөтәһе 60 меңдән ашыу кеше килде. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы булышлығында шәмбе көндө тотош илдә патриотик митинг-концерттар ойошторолдо. Мәскәүҙәге акцияла Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университеты, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты һәм башҡа вуздарҙа белем алған яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Уларҙың береһе, BashStudents ассоциацияһы етәксеһе урынбаҫары, Мәскәү дәүләт университеты юридик факультетының 4 курс студенты Искәндәр Миндияров та митинг-концертҡа Рәсәй спортсыларын яҡлау өсөн килгән.
«Беҙ хаҡһыҙ рәүештә халыҡ-ара изоляцияла ҡалған Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан спортсыларының яҙмышына битараф түгелбеҙ. Уларҙың Олимпиадала ҡатнашыуы тураһында мәсьәләне яңынан ҡарарҙар, тип өмөтләнәбеҙ», — тине ул.
«Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһында бөгөн меңдән ашыу ағза иҫәпләнә һәм ул илебеҙҙең баш ҡалаһындағы тиҫтәләрсә вуз вәкилдәрен берләштерә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
http://www.bashinform.ru/news/1113216-bashkirskie-studenty-moskovskikh-vuzov-prinyali-uchastie-v-patrioticheskom-mitinge-v-zashchitu-rossi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика