09:31 (UTC+5), 05 Февраль 2018

Төбәктә 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы эҙләү тамамланды

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда уҙған аҙнала юғалған 15 йәшлек ҡыҙ өйөнә ҡайтты. Алдан хәбәр ителгәнсә, ул үҙенең егете менән сығып киткән. Ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән.
«Уҡыусы табылды. Иҫән-һау. Эҙләү тамамланды», — тип асыҡлыҡ индерҙе «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте вәкиле.
Уның мәғлүмәте буйынса, йәнәһе лә йәштәр өйләнешергә теләй.
Ҡыҙ ғинуар урталарында ла өйөнән сығып киткәйне. Ул саҡта уҡыусы һөйгәне менән Өфөлә йөрөгән. Ҡыҙ бер нисә видеомөрәжәғәт яҙҙҙырып, үҙенең иҫән-һау булыуы хаҡында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, «барыһы ла үҙ теләге менән булған» һәм «улар кино ҡарарға ғына килгән». Ул әсәһенән полициянан ғаризаһын кире алыуын һораны. 19 ғинуарҙа 21 йәшлек ир ҡасҡалаҡты өйөнә алып ҡайтты.
http://www.bashinform.ru/news/1112780-v-bashkirii-zavershilis-poiski-15-letney-shkolnitsy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика