Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2018, 13:00

Республикала заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса тәҡдимдәр 9 февралгәсә ҡабул ителә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда республикала заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов үткәрҙе.
Башҡортостан биләмәһендә ғәмәлгә ашырыу тураһында доклад менән республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин сығыш яһаны. Телмәрендә ул әлеге мәлдә муниципалитеттарҙың 2018-2019 йылдарҙа тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейеш йәмәғәт урындарын һайлау буйынса рейтинг тауыш биреүҙе үткәрергә әҙерләнеүен хәбәр итте.
9 февралгә тиклем республика ҡалаларында рейтинг тауыш биреүҙе үткәреү өсөн һайланған биләмәләр исемлегенә индереүгә халыҡтан йәмәғәт биләмәләре буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә. Тәҡдимдәр ҡабул итеү урындары муниципаль берәмектәрҙең сайттарында Ҡала мөхите буйынса махсус бүлектә баҫылып сыҡҡан.
Артабан тауыш биреүҙе уҙғарыу өсөн һайланған йәмәғәт биләмәләренең исемлеге танышыу өсөн муниципаль киң мәғлүмәт сараларында һәм хакимиәт сайттарында баҫыласаҡ.
Март айында билдәләнгән проекттар өсөн рейтинг тауыш биреү була, уның йомғаҡтары буйынса яҡындағы йылдарға төҙөкләндереү буйынса муниципаль программаларға индереү өсөн йәмәғәт киңлектәре һайланыла.
Комиссия ултырышында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бөрө, Благовещен ҡалалары хакимиәттәре етәкселәре сығыш яһаны. Улар рейтинг тауыш биреүҙе уҙғарыу буйынса әҙерлек эше һәм 2018 йылда өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу буйынса пландар хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2017 йылда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡортостанда 23 муниципаль берәмек ҡатнашҡан, 416 ихата һәм 37 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Урамдарҙы яҡтыртыу, автомобиль туҡталҡалары, сығып ял итеү майҙансыҡтары, контейнер майҙансыҡтары һәм скверҙар төҙөү буйынса эштәр башҡарылған. Тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙә балалар өсөн заманса уйын комплекстары һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән.
2018 йылдан өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуҙа республикалағы бөтә 63 муниципаль берәмек ҡатнаша. Муниципаль программаларҙы финанслауға йүнәлтелгән дөйөм саралар күләме 1 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 891 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 175 миллион һум тәшкил итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1112360-v-bashkirii-priem-predlozheniy-ot-zhiteley-po-formirovaniyu-sovremennoy-gorodskoy-sredy-prodolzhitsya/
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: