Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
17+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2018, 15:18

Республикала генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү буйынса акция башланды

автор, Елена Колоколова
автор, Елена Колоколова
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Республиканың Ҡырмыҫҡалы районында илһөйәрлек эше айлығы башланды. Тантана данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәгендә — Шайморат ауылында уҙҙы. Уның исемендәге урта мәктәптәге сарала Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе ағзалары ҡатнашты. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе башҡарма директоры — рәйесе урынбаҫары Леонид Соколов етәкселегендәге делегация районға 2 февралдә, Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратыуына 75 йыл тулған көндә килде. Уларҙың маҡсаты «Ҡырмыҫҡалы районының тарихи-мәҙәни урындары» экскурсияһын үткәреү ине. Йәмәғәтселәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командирына арналған Мәңгелек дан мемориалында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә венок һалды. Легендар командирҙың исемен йөрөткән мәктәптә өлкән класс уҡыусылары Башҡорт кавалерия дивизияһының һәләк булған яугирҙәре иҫтәлегенә бағышланған әҙәби-художество композицияһын күрһәтте. Өфө ҡунаҡтары генерал Шайморатовтың мәктәп музейында булды, унда тарих уҡытыусыһы Валентина Моратшина дивизия командирының тормошо һәм хәрби юлы хаҡында һөйләне, шулай уҡ улар күргәҙмә залында Миңлеғәле Шайморатов тураһында 3D-форматында фильм ҡараны.
Райондың тарихи урындары буйлап экскурсия барышында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе ағзалары Илтирәк ауылында мордва мәғрифәтсеһе Авксентий Юртовтың, Ибраһим ауылында башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың музейҙары, Иҫке Ҡыйышҡы ауылында Сергей Аксаковтың Әҙәби залы, шулай уҡ Аксаков күле, Ҡырмыҫҡалы ауылында Еңеү паркындағы мемориаль комплекс менән танышты.
Шайморат ауылындағы урта мәктәптә Башҡортостандағы Рус география йәмғиәтенең хәрби-тарихи комиссияһы рәйесе Рифҡәт Динисламов йәмәғәтселәрҙең Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамға йыйыу акцияһын башлауҙары хаҡында хәбәр итте.
«Билдәле булыуынса, бынан алда ла ошондай акция уҙғарылғайны, республикала һәм илдә, Рәсәйҙең Оборона министрлығына легендар дивизия командирына ошо исемде биреүҙе һорап, йөҙҙәрсә ҡултамға йыйылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Оборона министрлығы был мөрәжәғәтте иғтибарһыҙ ҡалдырҙы», — тине Рифҡәт Динисламов. Уның һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙә Башҡортостандағы Рус география йәмғиәте йәнә ҡултамғалар йыя башлай. «Беҙ был акцияны февралдә тамамларға һәм уны 23 февралдә билдәләнгән күңелһеҙ датаға — генераль Шайморатовтың һәләк булыуына 75 йыл тулыуға арнарға ниәтләйбеҙ», — тип өҫтәне йәмәғәтсе.
http://www.bashinform.ru/news/1112653-v-bashkirii-obshchestvenniki-povtorno-zapuskayut-aktsiyu-po-prisvoeniyu-generalu-shaymuratovu-zvaniya/
Читайте нас: