10:09 (UTC+5), 05 Февраля 2018

Өфөлә эшсене өс йыл хеҙмәт ҡоллоғонда тотҡандар

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кешеләрҙе ҡоллоҡтан ҡотҡарыу менән шөғөлләнгән «Альтернатива» хәрәкәте әүҙемселәре Өфөлә сираттағы ҡорбанды азат итте. 1973 йылғы ир-егет өс йыл элек Өфөгә эшкә килгән булған.
Уға төҙөлөштә эшләргә тәҡдим иткәндәр. «Эш биреүсе» уның документтарын тартып алған һәм Генерал Күсимов урамындағы фатирҙарҙың береһенә бикләп ҡуйған. Ул урамға хужа менән генә сыҡҡан, уны көн һайын төҙөлөшкә эшкә йөрөткәндәр. Иргә аҡса түләмәгәндәр, ул бер нисек тә ҡаса алмаған. Өҫтәүенә янағандар һәм һөйләшеүҙәрен тикшереп торғандар.
Өс йыл үткәс кенә тотҡондоң ярҙамға саҡырырға маташыуы уңышлы тамамлана. Ул хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итә, улары иһә «Альтернатива» әүҙемселәренә ғариза бирә.
Әлеге ваҡытта тотҡон иректә. Уға документтарын тергеҙеп, өйөнә ҡайтырға кәрәк. Ошо хәл тураһында тулыраҡ мәғлүмәт, шул иҫәптән «эш биреүсе»гә ҡарата ниндәй саралар күрелеүе хаҡында ойошмала һуңғараҡ хәбәр итергә вәғәҙәләнеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1112643-v-ufe-rabochego-derzhali-tri-goda-v-trudovom-rabstve-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика