16:00 (UTC+5), 05 Февраля 2018

Дәүләт Думаһы бала ҡарау буйынса ялды арттырырға һәм уны хеҙмәт стажына иҫәпләргә тәҡдим итә

happymama.ru
happymama.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Ғәҙел Рәсәй»ҙән депутаттар Дәүләт Думаһына бала ҡарау буйынса ялды йәш ярымдан өс йәшкәсә арттырыу хаҡында закон проектын индерҙе. Шул уҡ ваҡытта был осор пенсия иҫәпләү өсөн хеҙмәт стажына инергә тейеш. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте.
«Рәсәйҙә йәш ярымдан кесерәк балалар өсөн ясле төркөмдәре бик аҙ булыу сәбәпле бәләкәй балаһы булған ҡатындар эшкә урынлаша алмай һәм тулыһынса ғаилә, яҡындары ярҙамына мохтаж», — тиелә аңлатма яҙмаһында. Бынан тыш, депутаттар балаларҙы ҡараған осор өсөн иҫәпләнгән иң күп страховка стажын алты йәшкә тиклем сикләгән положиены ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иткән. Уларҙың фекеренсә, «был сара күп бала табыуға дәртләндермәй».
Ғәмәлдәге норма буйынса, әсәнең хеҙмәт стажына 1,5 йыл бала ҡараған ваҡыты һанала.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика