12:10 (UTC+5), 02 Февраля 2018

Республиканың бер нисә поликлиникаһында «һаҡсыллыҡ» нигеҙҙәре индерелгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы: Өфөләге 32-се поликлиника, 4-се балалар поликлиникаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Күмертау ҡала дауаханаһы «һаҡсыллыҡ» нигеҙҙәрен индергән. Яңылыҡты дауалау ойошмалары пациенттары ғына түгел, хеҙмәткәрҙәре лә баһалаған.
«Башинформ» агентлығы журналисы баш ҡаланың 32-се поликлиникаһында булып, яңылыҡтың нигеҙен асыҡлаған.
Театр кейем элгестән башланған кеүек, поликлиника – регистратуранан. Медицина учреждениеһының иркен фойеһында, банктағы кеүек, талон биреү аппараты ҡуйылған, ә уның өҫтөндә пациенттарҙы билдәле бер тәҙрәгә саҡырыусы электрон таҡта эленгән. Кешеләрҙең күбеһе бындайға еңел өйрәнә, әммә аңлай алмағандарға ярҙамға дежур администратор килә – поликлиникаға ни сәбәп менән килеүенә ҡарап, нисек һәм ниндәй талон алырға күрһәтә. Үҙ сиратын көтөүселәр өсөн йомшаҡ эскәмйәләр һәм ултырғыстар ҡаралған. Шунда уҡ автоматик аппаратта ҡан баҫымын үлсәргә һәм һөҙөмтә алырға мөмкин. Бөтә был яңылыҡтар – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Росатом» менән берлектә илдең 39 төбәгендә тормошҡа ашырған «Һаҡсыл поликлиника» федераль проектының бөтәһе өсөн күренгән бер өлөшө.
32-се поликлиникаға 42 кеше беркетелгән, улар көн һайын 700 кеше ҡабул итә ала.
«Проектҡа уҙған йылдың көҙөндә ҡушылдыҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме юғалтыуҙарҙы бөтөрөү: ул – медицина ярҙамын көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, ҡәнәғәт булыу, пациенттың мәнфәғәтендә эшләү, маршрутизация, табиптың һәм шәфҡәт туташының эш урынын ҡулайлаштырыу, — тип аңлатты ашығыс медицина ярҙамы бүлеге мөдире Ирина Сәхәбетдинова. — Беҙҙең поликлиника ике өлөшкә бүленгән: һул яғы – киҫкен һәм кисектермәүһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн, йәғни фельдшер һәм дежур терапевт алдан яҙылмай килгән пациенттарҙы ҡабул итә. Һәм уң яғы – план буйынса консультациялар өсөн. Ҡарау һәм тикшереү барышында ашығыс дауаханаға һалыу кәрәклеге килеп тыуһа, табип ашығыс ярҙам бригадаһын саҡыра һәм пациентты стационарға оҙата».
Бүлек мөдире һүҙҙәренсә, сираттар тулыһынса бөтмәгән әле, әммә ярайһы уҡ ҡыҫҡарған.
Поликлиникала ике йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә: ЭКГ-тикшеренеүҙәргә һәм мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу менән лаборатория тикшеренеүҙәрен уҙғарыу өсөн биологик материал алыу ваҡытын ҡыҫҡартыу.
Проект тормошҡа ашырыла башлағанға тиклем ЭКГ-ны яҙылғандан һуң 7-10 көндән эшләтергә мөмкин булһа, хәҙер уны мөрәжәғәт иткән көндө уҡ үтеп була.
Процедуралар кабинетында көтөү ваҡыты ла бер нисә тапҡырға ҡыҫҡарҙы. Алдан бер шәфҡәт туташы иртәнге сәғәт 8-ҙән 10-ға саҡлы 35 кеше ҡабул итә алды. Хәҙер эш урынын ҡулайлаштырыу, уртаҡ бүләмәләр, һөҙөмтәһендә был һан 60 кешегәсә артты.
Диспансеризация үтергә теләүселәр өсөн бүлмә бүленгән.
Поликлиника тәҡдимдәр өсөн асыҡ, уларҙы аноним рәүештә паценттар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡалдыра ала.
Поликлиникала бөтә пациенттарға ла электрон медицина картаһы асылған, унда күп кенә тикшереүҙәр һөҙөмтәһе һаҡлана.
http://www.bashinform.ru/news/1111694-v-neskolkikh-poliklinikakh-bashkirii-vnedreny-printsipy-berezhlivosti/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика