10:00 (UTC+5), 02 Февраль 2018

Республика мәктәптәрендә балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итә башланылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан мәктәптәрендә балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү башланды. Ул ике этапта уҙа. Беренсеһе дөйөм белем биреү учреждениеһына беркетелгән биләмәлә йәшәүсе уҡыусылар өсөн 1 февралдән 30 июнгә ҡәҙәр. Икенсеһе – мәктәпкә беркетелгән биләмәлә теркәлмәгәндәр өсөн – 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем.
Баланы беренсе класҡа ҡабул итеү өсөн ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) ҡабул итеү тураһында ғариза, буласаҡ уҡыусының тыуыу тураһында таныҡлығының төп нөхсәһен йәки ғариза тапшырыусының туғанлығын раҫлаусы документ, медицина картаһын тапшырырға кәрәк. Ата-әсәләр ғаризаны дөйөм белем биреү ойошмаһында ғына түгел, «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтында электрон сират аша бирә ала.
Мәктәп сайттарында 1 класҡа ҡабул итеү тәртибе һәм шарттары хаҡында положениелар баҫылырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1111704-v-shkolakh-bashkirii-nachalsya-priem-detey-v-pervye-klassy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика