10:57 (UTC+5), 02 Февраля 2018

Башҡортостанда һигеҙ йәшлек малай боҙ аҫтында ҡалған дуҫын ҡотҡарған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Быйыл ғинуарҙа Башҡортостандың Йәрмәкәй районы Яңы Турай ауылында икенсе класта уҡыған ике малай тюбингта шыуырға китә. Йылға буйлап барғанда дуҫтарҙың берәүһе боҙҙоң ныҡлығын самалап ҡарау өсөн уның өҫтөндә һикергеләй.
«Боҙ ҡапыл емерелә, малай боҙло һыуға ҡолай, ҡысҡыра һәм бата башлай. Фәдис Сәлимгәрәев тиҙ генә боҙ ситенә йүгереп килә, батып барған дуҫына ҡулын һуҙып, уны һыуҙан тартып сығара. Улар бергәләп Фәдистең өләсәһенә йүнәлә, унда малайҙың кейем-һалымын алмаштырылар, һәм, әлбиттә, ата-әсәһенә хәбәр итәләр», — тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Елена Мәүлитова.
Фәдистең әсәһе Гөлназ улы менән ғорурлана.
«Әлбиттә, тәүҙә балалар өсөн бик ныҡ ҡурҡтым. Ләкин һуңынан, бер аҙ тынысланғас, ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Минең өс балам бар, Фәдис — иң кесеһе. Беҙ уның табип булыуын теләйбеҙ, Фәдис иһә ошо хәлгә тиклем үк киләсәктә үҙен ҡотҡарыусы итеп күрә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Гөлназ Сәлимгәрәева.
Бәләбәйҙә йәшәгән һигеҙ йәшлек герой ҡаланың насар күргәндәр өсөн коррекция мәктәбендә уҡый.
«Тәртипле уҡыусы, дәрестәрҙә яуап бирергә тырыша, ҡулын күтәрә, әҫәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡырға ярата. Үҙенә ҡушылған эштәрҙе ҙур теләк менән һәм яуаплы башҡара, класс һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Аралашҡанда ихлас һәм ярҙамсыл», — мәктәп етәкселеге Фәдискә ошондай ҡылыҡһырлама бирҙе.
«Батып барған кешене ҡотҡарғанда ҡыйыулығы һәм тәүәккәл эш иткәне өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Фәдис Сәлимгәрәевты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Һыуҙа батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» ведомство билдәһе менән бүләкләүгә тәҡдим итте», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1111755-v-bashkirii-vosmiletniy-malchik-spas-provalivshegosya-pod-led-druga/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика