Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2018, 17:00

Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2 февралдә Башҡортостан хөкүмәтендә боҙ китеүҙе һәм яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙерлек сараларының башланыуы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Был хаҡта республика хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.
Документҡа ярашлы, ташҡынға ҡаршы комиссия составы, яҙғы ташҡын ваҡытында аварияларға юл ҡуймау буйынса саралар планы, ташҡын торошон контролдә тотоу планы һәм графигы раҫланған. Эштәрҙе башҡарма власть органдары менән берлектә алып барыу бурысы ҡуйылған.
Читайте нас: