11:51 (UTC+5), 01 Февраля 2018

Республикала подъезда ҡалдырып кителгән балалар яңы ғаиләгә урынлаштырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Нефтекамала үҙ әсәләре йорт подъезында ҡалдырып киткән сабыйҙар яңы ғаиләле булды. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Нефтекаманың опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Лариса Әкрәмова һөйләне.
«Ҡарар сыҡты — иртәгә ике баланы ғаиләгә урынлаштырабыҙ. Дауахананан улар яңы өйҙәренә ҡайта. Медицина һығымтаһында сабыйҙарҙың һау-сәләмәт икәнлеге яҙылған. Аҙ ғына проблемалар бар, ләкин был дөрөҫ туҡланмауға бәйле. Туғандары ошо балаларҙан баш тартты», — тип аңлатма бирҙе опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 20 ғинуарҙа күрше ҡатын подъезда илап ултырған балаларға тап була. Ул сабыйҙарҙы үҙенә алып ҡайтып, тамаҡтарын туйҙыра һәм полиция саҡырта. 2014 һәм 2016 йылғы сабыйҙар ҡала дауаханаһының балалар бүлексәһенә урынлаштырыла. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, әсә кеше улар менән атаһына килгән, ләкин тегеһе өйҙә булмаған. Шунан һуң ул балаларын подъезда ҡалдырып киткән.
Ғаилә Нефтекамаға тиклем Краснокама районында йәшәгән. Былтыр көҙ алты балалы ата-әсә Нефтекамаға күсеп килә һәм шунда уҡ опека органдары күҙәтеүенә алына. Краснокама районында улар ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған: әсә — сикләнгән, атай кеше — мәхрүм ителгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, суд ҡарары буйынса, улар үҙҙәренең хоҡуҡтарын тергеҙә алған.
«Башҡа балаларға килгәндә, уларҙың яҙмышы әлегә хәл ителмәгән. Хәҙер ата-әсәне хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү өсөн судҡа ғариза бирелгән. Суд ҡарары буйынса ғына балалар яңы ғаиләгә урынлаштырыла. Был - оҙайлы процесс», — тип өҫтәне Лариса Әкрәмова.
Уның һүҙҙәренсә, ата-әсә дауаханалағы сабыйҙарын килеп күрмәгән: әсә кеше бер тапҡыр ҙа аяҡ баҫмаған, ғаилә башлығы дауалаусы табип менән әңгәмәгә килеп киткән, ахыры.
«Хеҙмәткәрҙәребеҙ көн һайын сабыйҙарҙың хәлен белеп торҙо, тегеләр иһә уларҙы танып, йылмая башланы. Килгән кандидаттарҙан бөтөнләй тартынмайҙар, уларға һөйөү һәм әсә наҙы кәрәк икәне күренеп тора. Балалар улар менән рәхәтләнеп аралаша», — тип йомғаҡ яһаны ведомство вәкиле.
http://www.bashinform.ru/news/1111400-v-bashkirii-broshennye-v-podezde-deti-obreli-novuyu-semyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика