09:05 (UTC+5), 01 Февраля 2018

Өфөлә башланған #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда илһөйәрлек акцияһын Рәсәйҙең башҡа ҡалалары күтәреп алды

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә башланған #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда илһөйәрлек акцияһын Рәсәйҙең башҡа ҡалалары күтәреп алды. Хәҙер «Инстаграм» һәм «Бәйләнештә»ге патриотик флешмобҡа Мәскәү, Ялта, Силәбе, Төмән, Бөгөлмә (Татарстан) һәм илдең башҡа ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡушылды.
#КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда (#БудущееЗАнами) билдәһе менән мәҡәләләр һаны 9 меңгә етеп килә. Йәштәр үҙҙәренең фекерҙәре, тормошҡа маҡсаттары, хыялдары һәм киләсәккә пландары менән бүлешә.
«Мин йәшәү мәғәнәһен күптән таптым, тип ышаныслы әйтә алам. Ул — кешеләргә терәк булыу һәм һоро тормошҡа сағыу буяуҙар өҫтәү. Һәммәһенә лә һәр кемдең уның өсөн йәшәгән кешеһе булыуы хаҡында еткергем килә. Әйҙәгеҙ, улар беҙҙең менән ғорурланһын һәм беҙҙең өсөн бәхетле булһын өсөн барыһын да эшләйек. Бәлки, һеҙгә лә шундай кеше осрар. Изгелек ҡылығыҙ, бының өсөн бер ни ҙә талап итмәгеҙ һәм донъяға сағыу буяуҙар, шатлыҡ өләшегеҙ. Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм кешеләргә ярҙам итергә тырышығыҙ. Барығыҙға ла изгелек, бәхет һәм яҡшы дуҫтар теләйем!».
«Мин #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда флешмобын хуплайым, сөнки иртәгә нимә булырына битараф түгелмен. Яҡындарымдың хыялдарын тормошҡа ашырырға һәм хәҙерге уңышлы йәмғиәттең бер өлөшө булырға теләр инем».
«Бөтәбеҙ ҙә яҡшы, бәхетле, иң мөһиме — тыныс киләсәк теләйбеҙ! Быны эшләү өсөн беҙгә нимә ҡамасаулай һуң?! Беҙ — илебеҙҙең йәш быуыны, киләсәге! Маҡсатыбыҙ — ижад итеү һәм эшләү!».
Ил Президенты Владимир Путиндың Өфөгә, моторҙар эшләү берекмәһенә, сәфәре көнөндә башланған акция илдә киң таралыу алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең биш йәш инженеры социаль селтәрҙә патриотик акция башлап ебәрҙе. Улар #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда билдәһе һәм киләсәк символы менән селфиһын интернетҡа ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1110580-nachatuyu-v-ufe-patrioticheskuyu-aktsiyu-budushcheezanami-podderzhali-drugie-goroda-rossii-/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика