07:00 (UTC+5), 01 Февраль 2018

1 февралдә 2018 йылғы БДИ-ла ҡатнашыуға ғаризалар йыйыу тамамлана

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 февралдә 2018 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғаризалар йыйыу тамамлана. Ағымдағы йылда мәктәпте тамамлаусылар БДИ-ны тапшырыуға ғаризаны уҡыу урыны буйынса тапшыра, мәктәпте алдан тамамлағандар ғаризаны төбәк мәғариф идаралығы органдары билдәләгән БДИ тапшырыуға теркәү урындарында тапшырырға тейеш.
1 февралдән һуң БДИ-ла ҡатнашыуға ғаризалар дәғүәсенең кисерерлек сәбәптәре (документ менән раҫланған ауырыу йәки башҡа осраҡ) булғанда Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт имтихандар комиссияһы ҡарары буйынса һәм имтихандар башланыуға ике аҙнаға хәтлем ҡабул ителә, тип билдәләнеләр Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығында.
2018 йылда БДИ-ның ваҡытынан алдағы осоро – 21 марттан 11 апрелгә саҡлы, төп этабы 28 майҙан 2 июлгә хәтлем үтә. Алдағы йылдарҙа тамамлаусылар БДИ-ны ваҡытынан алдағы осорҙа йә иһә төп осорҙоң резерв көндәрендә тапшырырға хоҡуҡлы. БДИ тапшырыу ваҡытын ҡатнашыусылар үҙҙәре һайлай.
Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда БДИ-ны 18 меңдән ашыу 11 класс уҡыусыһы тапшырасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сығарылыш уҡыусыларына шулай уҡ Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен яҙырға кәрәк була. Улар был фәндәрҙе БДИ формаһында тапшырыуҙы һайлаған уҡыусылар өсөн мәктәп ҡарары буйынса уҙғарыла. 11-се класс уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен 20 мартта – сит телдәр (инглиз, немец һәм француз), 21 мартта – тарих, 3 апрелдә – география (география буйынса ул мәктәптең уҡыу планына ярашлы 11-селә лә, 10 класта ла уҙғарылыуы мөмкин), 5 апрелдә – химия, 10 апрелдә – физика, 12 апрелдә биология буйынса тапшыра.
http://www.bashinform.ru/news/1111175-1-fevralya-zavershaetsya-sbor-zayavleniy-na-uchastie-v-ege-2018-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика