09:35 (UTC+5), 31 Ғинуар 2018

Республикала «Һаҡсыл поликлиника» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Росатом» менән берлектә илдең 39 төбәгендә тормошҡа ашырған «Һаҡсыл поликлиника» федераль проектына ҡушылды. Программа сиктәрендә уҙғарылған эштәр барышын кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһының проект етәксеһе Владимир Арженцов тикшерҙе.
«Һаҡсыл поликлиника» проекты дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының эш һөҙөмтәлелеген һәм медицина ярҙамы менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Ул сираттарҙы ҡыҫҡартырға, анализ тапшырыуҙы һәм уны тикшереүҙе тиҙләтергә, терапевҡа яҙылыуҙы ябайлаштырырға һәм шул уҡ ресурстарҙа тағы ла күберәк пациенттар ҡабул итергә шарттар булдырасаҡ.
2017 йылдың октябренән проектта республиканың дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы: Өфөләге 32-се поликлиника, 4-се балалар поликлиникаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Күмертау ҡала дауаханаһы ҡатнаша.
Программаның яҡынса ыңғай һөҙөмтәләре «Росатом» дәүләт корпорацияһы менән, шул иҫәптән «Һаҡсыл хөкүмәт» проектын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә мөмкинлек бирә. Ул файҙаһыҙ ваҡытлыса сығымдарҙы бөтөрөү, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен булдырыу һәм башҡарма власть органдарында эш һөҙөмтәлелеген артырыу нигеҙендә етештереү процестарын ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта проект биш төбәктә – Адыгея Республикаһында, Киров һәм Рязань өлкәләрендә, Ханты-Манси автономия округында, Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһында бойомға ашырыла.
- Был йүнәлештә эшләйәсәк структураларға предметлы тәҡдимдәр бар. Ошо проектты тормошҡа ашырыу менән беҙ Башҡортостан Республикаһында идара итеү системаһын камиллаштырыуҙың яңы этабына сығырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн республикаға ҡараған бер төркөм хөкүмәт, муниципаль структуралар, предприятиелар күбеһенсә хис-тойғоларҙа, системаһыҙ, иҫкесә эшләй. Ә «Һаҡсыл хөкүмәт» бөтәһен дә системаға килтерергә һәм яңы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә, был юҫыҡта тырышып эшләрбеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1110488-v-bashkirii-uspeshno-realizuetsya-proekt-berezhlivaya-poliklinika/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика