03:00 (UTC+5), 31 Ғинуар 2018

Өфөгә Ағиҙел йылғаһы аша өҫтәмә күпер кәрәк

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер оҙаҡ тормаясаҡ, шуға өҫтәмә күпер кәрәк. 30 ғинуарҙа «Интерфакс-Волга буйы» агентлығында матбуғат конференцияһында республика Дәүләт автоинспекцияһы етәкселеге Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән бәйге хәлгә аңлатма бирҙе.
«Ағиҙел аша яңы күперҙә ваҡытлыса һыҙаттар бүленде, әммә ул юйыла. Яҙғыһын яҡшылап бүлербеҙ, реверсив хәрәкәт эшләрбеҙ һәм бондарҙы алып ҡуйырбыҙ. Әммә хәҙер, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ҡурсалау өсөн ҡом тултырылған бондарҙы ҡабаттан ҡуйырға кәрәк. Күптәргә был оҡшамай, әммә юл бүленеше күренмәгәндә нисек хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә алабыҙ? — тип әйттеләр ведомствола. — Унда хәҙер ауыр йөк машиналары йөрөмәй, күперҙә хәл үтә киҫкен түгел. Йәйгеһен былай ҙа ошо участкала проблемалар булды».
Иҫке күпергә килгәндә, уны йүнәтәсәктәр. Алдан хәбәр ителгәнсә, был маҡсатҡа республика 200 миллион һум бүлгән. Ғәмәлгә ашырыу ваҡыты – 2018 йылдың октябренә саҡлы.
«Белгестәр килеп китте, бөтә үлсәне. Яҙғыһын эшкә тотонасаҡ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҫке күперҙе йүнәтергә тырышасаҡтар. Әммә улар күперҙең оҙаҡ тормауын алдан әйтте, шуға өҫтәмә күпер төҙөргә кәрәк», — тинеләр ЮХХДИ-ла.
Ҡала муниципалитеты мәғлүмәттәре буйынса, бөтә проекттар ҙа әҙер, аҡса булһа – өҫтәмә күпер төҙөләсәк, тип билдәләнде.
http://www.bashinform.ru/news/1110248-ufe-nuzhen-dopolnitelnyy-most-cherez-reku-beluyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика