06:45 (UTC+5), 31 Января 2018

«Башинформ» агентлығы – 2017 йыл өсөн Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары араһында цитата килтереү буйынса лидер

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Медиалогия» компанияһы 2017 йыл өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын баҫып сығарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы йәнә алдынғылығын раҫланы һәм Башҡортостанда өҙөмтә килтереү буйынса тәүге 20 киң мәғлүмәт сараһы исемлегендә беренсе урын алды.
Республика мәғлүмәт агентлығының цитата килтереү индексы 713, 86 тәшкил иткән (2016 йылда – 343,76, 2015 йылда – 184,74). Алдынғы мәғлүмәт ресурстары араһында икенсе урында – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы (402,47), өсөнсөлә – Mkset.ru интернет-ресурсы (274,62).
Рейтингка республиканың киң мәғлүмәт саралары ингән. Рейтинг «Медиалогия» системаһына ингән 43 300 киң мәғлүмәт сараһы: телевидение, радио, гәзиттәр, журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет – киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Рейтингты иҫәпләгәндә яңылыҡ агрегаторҙары һаналмаған. Тикшереү осоро: 2017 йылдың 1 ғинуарынан – 31 декабренә тиклем. Республиканың 20 алдынғы өҙөмтә килтереү саралары менән бында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1110676-agentstvo-bashinform-lider-po-tsitiruemosti-sredi-smi-bashkirii-za-2017-god/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика