11:20 (UTC+5), 31 Января 2018

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәренең эргәлә булыуы юл-транспорт фажиғәһенән ҡотҡарып ҡала

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 2017 йылдың авгусында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эске хеҙмәт капитаны Радик Ғарипов, ҡатыны һәм туристар төркөмө менән республиканың Белорет районындағы Ирәмәл тауына сәйәхәттән ҡайтып килгәндә, Тирлән — Белорет автомобиль юлында өс машина ҡатнашлығындағы юл фажиғәһенең шаһиты була. Автомобилдәрҙең береһе юл ситенә төшөп әйләнгән һәм янып киткән, ишектәре асылмаған. Йәмшәйгән автомобилдәрҙең береһендә ике ҡатын һәм бала ултырған.
Радик Ғарипов шунда уҡ зыян күргәндәргә ярҙамға ташлана. Кешеләрҙе ҡотҡарыу һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу өлкәһендәге белемен ҡулланып, ул аккумуляторҙарҙы, утты һүндерә, машиналарҙағы кешеләрҙе эвакуациялауҙы һәм уларға беренсе ярҙам күрһәтеүҙе ойоштора. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре менән бергә Радик Ғарипов, авария-ҡотҡарыу ҡоралын ҡулланып, кешеләрҙе зыян күргән автомобилдәрҙән сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғүмер өсөн хәүефле булған шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән эске хеҙмәт капитаны Радик Ғарипов министрҙың приказы менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә әүҙемлеге өсөн» ведомство миҙалы менән бүләкләнде.
http://www.bashinform.ru/news/1110624-v-bashkirii-bolshoy-tragedii-v-dtp-udalos-izbezhat-blagodarya-okazavshemusya-ryadom-sotrudniku-mchs/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика