10:22 (UTC+5), 31 Ғинуар 2018

1 февралдән Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиеларҙың күләме 2,5% арта

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 1 февралдән Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле пособиеларҙың күләме арта. Был турала Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе хәбәр итә.
Балалы ғаиләләргә, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған, сабыйҙы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ (пособиеның минималь күләме) һәм йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаларына иҫәпкә баҫҡан өсөн пособиелар индексацияланды. Рәсәй Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы, уларҙың күләме 2,5% арттырылды.
Шулай итеп, район коэффициентын иҫәпкә алып, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме тәүге бала өсөн — 3 613, 68 мең һум; икенсе һәм артабанғы сабыйҙар өсөн 7 227,35 мең һумға етте.
Бала тыуғас, ата-әсәгә бер тапҡыр 19 272, 95 һум түләнә.
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатындарға пособие 722,74 һумға тиклем артты.
1 ғинуарҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) артыуға бәйле бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь һәм минималь суммалары үҙгәрҙе. Пособиеның иң юғары суммаһы календарь ай өсөн 24 536,57 һум тәшкил итә һәм Башҡортостанда түләү 4 364 һум 94 тиндән түбән булырға тейеш түгел. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә МРОТ 9 489 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, мәрхүмде ерләүгә пособие индексацияланды, тип асыҡлыҡ индерә Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль страховкалау фонды. Уның суммаһы — 6 556,51 һум.
http://www.bashinform.ru/news/1110757-v-bashkirii-s-1-fevralya-na-2-5-uvelichivayutsya-razmery-posobiy-svyazannykh-s-materinstvom-i-detstv/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика