15:55 (UTC+5), 30 Января 2018

«Көт мине» тапшырыуы Башҡортостандан апалы-һеңлеле туғандарҙы табыштырҙы

НТВ видеоһы скриншоты
НТВ видеоһы скриншоты
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ишембай ҡалаһынан 55 йәшлек Светлана Ихсанова бер туғаны булыуын НТВ каналының «Көт мине» тапшырыуы эфирында ишетеп ҡала. Был хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә бер нисек тә ышана алмай.
«Тәүҙә ышанманым», — тине ул телеканал эфирында.
Балалар йортонда тәрбиәләнгән Светлана үҙенең ата-әсәһен иҫләмәй. Уның ҡарауы, ундағы тормошто, ас йөрөгәндәрен, кер йыйыу өсөн аш-һыу бүлмәһенән эҫе һыу урлағандарын яҡшы хәтерләй. Ҡыҙҙы тәрбиәгә алырға теләгәндәр булмай, үҙенең дә яңы ғаиләгә барғыһы килеп тормай. 18 йәшендә балалар йортонан сығып китә, эшкә урынлаша, ике тапҡыр кейәүгә сыға, ике никахтан ике ҡыҙы тыуа.
«Уларҙың сығарылышынан Светлана ғына балаларын етемдәр йортона тапшырманы», — тип һөйләне уның хаҡында балалар йортонан туғаны.
Һеңлеһе Гүзәл Светлананы бер нисә ай буйына эҙләй. Бары тик тыуған йылы, исеме һәм әсәһенең исеме генә билдәле була. Асыҡланыуынса, ҡатын, икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡас, тәүге никахтан тыуған өлкән ҡыҙын ҡалдыра. Ире, элекке енәйәтсе, уға йыш ҡына ҡул күтәрә һәм эшләгән аҡсаһын тартып ала. Бынан тыш, ғаилә 8 квадрат метр майҙанлыҡ яғылмаған подвалда йәшәй.
«Был хәл өҫтөндә эш оҙаҡ дауам итте, хаталаныуҙар күп булды», — тип һөйләне программаны алып барыусы Юлия Высоцкая. Ләкин Гүзәл бер нимәгә ҡарамайынса апаһын эҙләүен дауам итә. Экранда Гүзәлде күргәс, Светлана: «Бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ бит», — ти.
Был хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн «Көт мине» тапшырыуы ДНК-тест уҙғарҙы. Анализ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Светлана менән Гүзәлдең туғанлыҡ ихтималлығы — 98,5%.
http://www.bashinform.ru/news/1110358-programma-zhdi-menya-vossoedinila-sester-iz-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика