03:00 (UTC+5), 30 Ғинуар 2018

Быйылғы БДИ-ла ҡатнашыуға ғариза тапшырыу өсөн республика уҡыусыларына ике көн ҡалған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2018 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн 1 февралгә саҡлы ғариза тапшырырға кәрәк. Ғаризала имтихан тапшырырға күҙаллаған фәндәр яҙылырға тейеш.
Рус теле һәм математика – мотлаҡ фәндәр. Урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн уларҙы уңышлы тапшырырға кәрәк.
Ҡалған фәндәр һайлау буйынса тапшырыла һәм тәү сиратта, уҡыуын юғары белем биреү йортонда дауам итергә теләүселәр өсөн кәрәк. Һайлау БДИ-ла ҡатнашыусының уҡыуын ниндәй һөнәр йәки әҙерлек йүнәлеше буйынса дауам итеү теләгенә, һәр айырым осраҡта юғары уҡыу йортоноң һынау имтихандары сифатында ниндәй фәндәрҙе иҫәпкә алыуына нигеҙләнергә тейеш. Был мәғлүмәт юғары уҡыу йорттары сайттарында баҫылған.
Ғаризала теләһе нисә фәнде яҙырға мөмкин. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары ғаризаны үҙҙәре уҡыған мәктәптәрҙә бирә. Алдағы йылғы тамамлаусылар – йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегендә. Үҙең менән элекке белем кимәле хаҡында документ, паспорт һәм уның күсермәһе булырға тейеш.
БДИ расписаниеһы: ваҡытынан алдағы этап – 21 марттан 11 апрелгәсә, төп – 28 майҙан 2 июлгәсә һәм өҫтәмә – 4-15 сентябрь.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда 2018 йылда БДИ-ны 18 меңдән ашыу 11 класс уҡыусыһы тапшырасаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1109673-u-shkolnikov-bashkirii-ostalos-tri-dnya-chtoby-podat-zayavleniya-na-uchastie-v-ege-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика