04:00 (UTC+5), 30 Января 2018

Башҡортостанда водителдәргә таныҡлыҡ алмаштырғанда ҡайтанан имтихан тапшырыу ихтималлығы хаҡында хәбәр борсоуға һалған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың ЮХХДИ бүлексәләрендә һуңғы ваҡытта водитель таныҡлығын алмаштырыу менән бәйле граждандарҙың мөрәжәғәттәре артҡан.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, таныҡлыҡтары ғәмәлдән сығыуға әллә күпме ваҡыты булған водителдәр ҙә мөрәжәғәт итә башлаған.
«Ул ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында таныҡлыҡты алмаштырғанда һынау имтихандарын үтеү кәрәклеге хаҡында бирелгән мәғлүмәт менән бәйле, тип уйлайбыҙ. Был дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Ҡануниәт тарафынан ғәмәлдә булыу ваҡыты уҙған водитель таныҡлығын алмаштырғанда имтихан тапшырыу ҡаралмаған», — тип аңлатма бирҙеләр ЮХХДИ-ла.
Рәсәй Автомәктәптәр союзы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына таныҡлыҡтың ваҡыты уҙғандан һуң, уларҙы алмаштырырға килгән водителдәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә белемен тикшерергә тәҡдим иткән. Сәбәбе – автомәктәптәргә һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә ҡарата ҡаты контроль.
http://www.bashinform.ru/news/1109834-v-bashkirii-voditeley-vstrevozhila-informatsiya-o-vozmozhnoy-pereekzamenovke-pri-zamene-prav/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика