02:00 (UTC+5), 30 Января 2018

2018 йылғы «Тоталь диктант»тың баш ҡалаһы аталды

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2018 йылғы «Тоталь диктант»тың баш ҡалаһы тип Владивосток һайланған. Өфө лә был исемгә дәғүә итте, һөҙөмтәлә халыҡ тауыш биреүендә еңелде.
Шәмбе, 27 ғинуарҙа, Новосибирскиҙа был халыҡ-ара акцияның баш ҡалаһы исеме өсөн конкурс финалы үтте. Унда ағымдағы йылда проекттың баш ҡалаһы иғлан ителде. 14 апрелдә текст авторы Гүзәл Яхина Владивостокка килә.
Яҙыусы, «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы «Иртә», «Көн» һәм «Кис» исемле текст өҙөктәрен уҡыясаҡ. Улар уның «Балаларым минең» тигән яңы романына инәсәк. Төп аудиториянан тура эфир ярҙамында ысын ваҡыт режимында икенсе сәғәт бүлкәтендә лә диктант яҙырға мөмкин буласаҡ.
«Тоталь диктант»тың баш ҡалаһын быйыл тәүгә һайланылар. Алдан текст авторҙары — яҙыусылар Дмитрий Быков, Захар Прилепин, Дина Рубина, Алексей Иванов, Евгений Водолазкин, Андрей Усачев, Леонид Юзефович — ғәҙәттәгесә диктантты «Тоталь диктант»тың тыуған төйәгендә Новосибирскиҙа уҡыны. Тәү тапҡыр акция бында 2004 йылда үтте.
http://www.bashinform.ru/news/1109606-nazvana-stolitsa-totalnogo-diktanta-2018-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика