10:24 (UTC+5), 26 Января 2018

Төбәктә шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәт кодексын боҙоу буйынса тәүге урында килә

spb.kp.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуҙар һаны буйынса тәүге урынды биләй. 2016 йылда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына — 240, былтыр иһә 300 мөрәжәғәт килгән. Хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәүгә, хеҙмәт килешеүҙәрен алмаштырыусы гражданлыҡ-хоҡуҡи формалағы килешеүҙәр төҙөүгә, эш хаҡын түләмәүгә зарланған.
Тикшереүҙәр барышында инспекторҙар республикала билдәләнгән минималь эш хаҡы күләменән (ул саҡта 8,9 мең һум) кәмерәк хеҙмәт хаҡы түләү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙы ла асыҡлаған. Мәҫәлән, «Реасон-Форс», «Барс», «Медведь» ойошмаларында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшергәнгә тиклем эш хаҡы 7,5 мең һум тәшкил иткән. «Барс» шәхси һаҡ предприятиеһында хеҙмәт хаҡы түләгәндә район коэффициенты иҫәпкә алынмаған.
«Объединение общественной безопасности», «Сила», «Сафэти-ТЭК», «Регион-безопасность» ойошмалары хеҙмәткәрҙәрҙән килгән мөрәжәғәттәр һәм инспекторҙар асыҡлаған хоҡуҡ боҙоуҙар һаны буйынса беренсе урында килә.
Бер йыл эсендә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шәхси һаҡ предприятиелары етәкселегенә 1 миллион һум штраф һалған.
http://www.bashinform.ru/news/1108434-v-bashkirii-chopy-lidiruyut-po-narusheniyam-trudovogo-kodeksa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика