08:22 (UTC+5), 26 Января 2018

Республикала подъезда ҡалдырылған сабыйҙарҙың яҙмышы хәл ителә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 20 ғинуарҙа Нефтекамала күп ҡатлы йорттоң подъезында күрше ҡатын илап ултырған балаларға тап була. «Башинформ» агентлығына Нефтекаманың опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Лариса Әкрәмова һөйләүенсә, ул сабыйҙарҙы үҙенә алып ҡайтып, тамаҡтарын туйҙыра һәм полиция саҡырта.
«Балаларҙы тиҙ арала табыуыбыҙ яҡшы, әлбиттә, сөнки көн бик һалҡын булды, уларҙың өшөүе мөмкин ине, — тине Лариса Әкрәмова. — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре килеп, уларҙы ҡараусыһыҙ булыу акты буйынса теркәне. 2014 һәм 2016 йылғы сабыйҙар ҡала дауаханаһының балалар бүлексәһенә урынлаштырылды».
Иҫкәртеү учреждениелары оператив эшләне: шул уҡ көндә балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәһенең шәхестәре асыҡланды.
Ведомство вәкиле әйтеүенсә, асыҡланыуынса, әсә кеше ике сабыйы менән атаһына килгән, ләкин тегеһе өйҙә булмаған. Шунан һуң ул балаларҙы подъезда ҡалдырып киткән.
«Әлеге мәлдә ошо балаларҙың законлы вәкилдәренә хоҡуҡи баһа бирелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ата-әсә Нефтекамаға тиклем Краснокама районында йәшәгән. Былтыр көҙ алты балалы ғаилә Нефтекамаға күсеп килде һәм шунда уҡ беҙҙең күҙәтеүгә алынды. Краснокама районында улар ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған: әсә — сикләнгән, атай кеше — мәхрүм ителгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, суд ҡарары буйынса, улар үҙҙәренең хоҡуҡтарын тергеҙә алған. Алтынсы балалары тыуһа ла, улар ата-әсәлек бурыстарын үтәй алмаған, күрәһең», — тип асыҡлыҡ индерҙе Нефтекаманың опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы.
Әле «табылдыҡтар» дауаханала ята. Опека хеҙмәткәрҙәре уларға барып йөрөй.
Билдәләнеүенсә, әсә дауаханаға аяҡ баҫмаған. Ғаилә башлығы дауалаусы табип менән индивидуаль әңгәмәгә килеп киткән, ахыры. Хәҙер уларҙы ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн документ әҙерләнә. Өлкән улдарын туғаны опекаға алырға теләй, башҡаларын ғаиләгә урынлаштырыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1108810-v-bashkirii-reshaetsya-sudba-malyshey-ostavlennykh-materyu-v-podezde/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика