03:55 (UTC+5), 26 Ғинуар 2018

Рөстәм Хәмитов юғары уҡыу йорттары студенттарын Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының икенсе корпусы алдындағы майҙанда уҙған «Беҙ – бер бөтөн» байрамында ҡатнашты һәм республиканың юғары уҡыу йорттары студенттарын Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы.
– Республикабыҙҙа 200 меңдән ашыу студент белем ала, уларҙың 100 меңдән ашыуы – университеттарҙа һәм 100 меңгә яҡыны – урта махсус уҡыу йорттарында. Был – аҡыллы, алдынғы, һәләтле йәштәр отряды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яҡшы университет, бынамын тигән уҡытыусылар коллективы, бик шәп профессура – белем алыу, киләсәктә хеҙмәт эшмәкәрлегендә һәйбәт урын биләү өсөн бөтә мөмкинлек бар.
Республика етәксеһе студенттарға уҡыуҙарында, йәмәғәт эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләп, уларға ошо көндәрҙә Башҡортостостанда эш сәфәре менән булып киткән Рәсәй Президенты Владимир Путиндан сәләм еткерҙе.
Студенттар байрамы барышында «365 изге эш» акцияһы башланды, ул университет ирекмәндәренең көн һайын социаль әһәмиәтле саралар уҙғарыуын күҙ уңында тота. Сарала ҡатнашыусылар «изге эштәр иҫәпләгесе»нең символик төймәһенә баҫып, Ирекмән йылын асты.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында Рөстәм Хәмитов вуз студенттарының проекттары, студенттар һәм ирекмәндәр берләшмәләренең эше, ғилми-тикшеренеү эшен ойоштороу менән дә танышты.
http://www.bashinform.ru/news/1108615-rustem-khamitov-pozdravil-studentov-vuzov-s-dnyem-rossiyskogo-studenchestva/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика