07:30 (UTC+5), 26 Ғинуар 2018

Башҡортостанда сит илгә сығарылған балдың сифатын контролдә тотоу өсөн лаборатория ойошторола – Ауыл хужалығын контролдә тотоу идаралығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Дарья Петрова
ӨФө, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостанда сит илгә сығарылған балдың сифатын күҙәтеүсе лаборатория барлыҡҡа килә. Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышында Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Юрий Петров хәбәр итте. Ҡорамалдарға федераль ҡаҙнанан 40 миллион һум бүленгән, хәҙер хеҙмәт лаборатория урынлашырлыҡ бина эҙләй.
Юрий Петров һүҙҙәренсә, бындай лаборатория булдырыу кәрәклеге сит илгә сыҡҡан балдың кәмеүе менән шарт: 2015 йылда республиканан сит илгә 103 тоннанан ашыу бал сығарылһа, 2017 йылда ни бары 52 тонна оҙатылған.
«Уның кәмеүендә сит ил лабораторияларының беҙҙең балда тыйылған матдәләр, күбеһенсә антибиотиктар табыуы мөһим роль уйнаны, — тине Юрий Петров. — Сит илгә бал партияһын әҙерләү кимәлендә уның хәүефһеҙме-юҡмы икәнлеген әйтер өсөн (ундай осраҡтар ҙа булды, Германияла 600 килограмм бал яндырылды, юҡ ителде) республикала етди лаборатория булдырырға тейешбеҙ. Был 2021 йылда Башҡортостанда «Апимондия» конгресы үтеү менән бәйле айырыуса көнүҙәк. Уны беҙ лайыҡлы кимәлдә уҙғарырға тейеш».
http://www.bashinform.ru/news/1108292-v-bashkirii-poyavitsya-laboratoriya-dlya-kontrolya-kachestva-meda-na-eksport-rosselkhoznadzor-po-rb/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика