11:08 (UTC+5), 26 Января 2018

Башҡортостанда 41 гүзәт зат «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 41 күп балалы ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Быйылғы йылда тәүге бүләкләү тантанаһы Хөкүмәт йортонда уҙҙы. Миҙалдарҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.
Был награда менән биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. 1998 йылдан башлап республикала бөтәһе 7594 гүзәл зат «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Вице-премьер, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән йыйылыусыларға рәхмәт әйтеп, «Әсәлек даны» ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылған ҡәҙерле наградаларҙың береһе булыуын билдәләне.
«Белеүегеҙсә, социаль ярҙам саралары артты. Республика Хөкүмәте артабан да күп балалы әсәләргә булышлыҡ итеү өсөн бөтә көсөн һалырға әҙер, тип ышандыра алам», — тине премьер-министр урынбаҫары.
Ил президенты иғлан иткән «Балалыҡ ун йыллығы» сиктәрендә быйыл төбәктә балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҙур иғтибар бүлеү ҡаралған, тип хәбәр итте Салауат Сәғитов. Ошо йәһәттән Республика клиник дауаханаһын һәм Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола.
«2016 йыл менән сағыштырғанда, былтыр республикала үлем күрһәткесе 2,5 меңгә кәмегән. Был - һуңғы 20-25 йылда иң яҡшы күрһәткес, тип әйтә алабыҙ. Әлеге көндәге медицинаны үҫтереү программаһы тәү сиратта тораҡ пункттарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән», — тип йомғаҡ яһаны вице-премьер.
http://www.bashinform.ru/news/1108837-v-bashkirii-41-predstavitelnitsa-prekrasnogo-pola-udostoena-medali-materinskaya-slava-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика