08:00 (UTC+5), 26 Января 2018

«Башҡортостан» милли паркында меңләгән ҡош ҡышлай

«Башҡортостан» милли паркы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Башҡортостан» милли паркында меңләгән ҡош ҡышлай, тип иҫәпләгән хеҙмәткәрҙәр 30 саҡрым маршрут дауамында. Былтыр улар 700 самаһы булған. Ҡанатлыларҙың байтаҡ өлөшө (814) Йомағужа һыуһаҡлағысынан түбәнерәк Ағиҙел йылғаһында осратылған, бында быуанан һыу сығыуға күрә ул туңмай. Күбеһенсе ул – һуна өйрәк, улар араһында ҡушы өйрәк, һыу турғайы, сумғалаҡ, дүрт аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, ала сумғалаҡ осрай. «Ҡала ҡоштары кешеләргә ғәҙәтләнһә, паркта йәшәүселәр үҙҙәренә яҡын килтермәй, шуға ҡайһы берҙә матур фотолар эшләп, аныҡ ҡына төрөн һәм затын билдәләп булмай», — тип аңлатты фән бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
Алған материалдар – фотоотчеттар, һандар, Өфөгә «Һары муйын» тип аталған акция кураторы Полина Полежанкинаға ебәрелгән, шулай уҡ милли парктың ғилми фондында ҡалған.
«Иҫәп һөҙөмтәләре ҡышлаусы ҡоштарҙың иҫәбен һәм төрҙәрен билдәләү өсөн кәрәк. Һыуҙа йөҙөүсе һәм һыу тирәһендә йәшәүсе ҡанатлыларҙың күплеге аҙыҡ барлығы, браконьерлыҡ булмағанлығы, имен экологик хәл тураһында дәлилләй. Бер нисә йыл өсөн мәғлүмәттәр анализы Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлгәндән һуң ҡышлаусы ҡоштарҙың артыуын күрһәтә», — тип аңлатма бирҙе «Башҡортостан» милли паркы директоры урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева.
http://www.bashinform.ru/news/1108278-na-territorii-natsparka-bashkiriya-zimuet-okolo-tysyachi-ptits/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика