05:15 (UTC+5), 25 Января 2018

Владимир Путин Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөгә эш сәфәре сиктәрендә килгән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Осрашыуҙа Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Дәүләт башлығы Башҡортостанда мәсеттәрҙең артыуын ыңғай баһаланы. Уның һүҙҙәренсә, был традицион диндәрҙең үҫеше хаҡында һөйләй.
Владимир Путин шулай уҡ республикала ислам дине өлкәһендә белгестәр әҙерләүгә ҡарашын белдерҙе.
- Был бик яҡшы, дөрөҫ берләштерелгән эш, – тине Президент.
Әңгәмә алдынан дәүләт башлығы Рәсәйҙә боронғо дин йорттарының береһендә – Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсетендә булды. Ул 1830 йылда төҙөлгән. Мәсет ҡарамағында «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм ике класс рус-башҡорт училищеһы эшләгән. 1960-1992 йылдарҙа ул Өфөлә берҙән-бер ғәмәлдәге мәсет була.
Владимир Путин ир-егеттәрҙең намаҙ уҡыу бүлмәһен ҡараны, мәсеттең тарихы, уға йөрөүсе диндарҙар менән ҡыҙыҡһынды.
http://www.bashinform.ru/news/1108059-vladimir-putin-vstretilsya-s-predsedatelem-tsdum-rossii-talgatom-tadzhuddinom/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика