07:55 (UTC+5), 25 Ғинуар 2018

Республикала 200 меңдән ашыу студент Татьяна көнөн билдәләй

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 25 ғинуарҙа, студенттарҙың яратҡан байрамдарының береһе – Татьяна көнө. Башҡортостанда уны 200 меңдән ашыу студент билдәләй.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 10 юғары уҡыу йорто: һигеҙ дәүләт һәм ике дәүләткә ҡарамаған, шулай уҡ 26 вуз филиалы юғары белемле белгестәр әҙерләй.
2016/2017 уҡыу йылында республика университеттарында (институттарында) 105,4 мең, шул иҫәптән дәүләт вуздарында – 96,4 мең, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарында 9 мең студент белем алған. 2016 йылда юғары уҡыу йорттарына уҡыуға инеүҙә конкурс уртаса бер урынға – 4,5 мең ғариза, бюджет урындарға конкурс бер урынға 6,8 ғариза тәшкил иткән. Ижтыяжлы һөнәрҙәр рейтингында – иҡтисади, юридик йүнәлештәр, мәғлүмәт технологиялары, энергетика. Студенттар мөхитендә 46 процент егет һәм 54 процент ҡыҙ иҫәпләнә. Ҡыҙҙар күбеһенсә педагогика, мәҙәниәт, сәнғәт, шулай уҡ иҡтисад һәм һаулыҡ һаҡлау кеүек гуманитар йүнәлештәге белгеслектә.
Башҡортостанда урта һөнәри белемле белгестәрҙе 109 дәүләт һәм биш дәүләткә ҡарамаған белем биреү ойошмаһы әҙерләй. Уларҙа 99 мең кеше белем ала. 2016/2017 уҡыу йылы башына дәүләт урта махсус уҡыу йорттарына 31 мең студент ҡабул ителгән, уларҙан урта звено белгестәре әҙерләү программаһы буйынса – 19,6 мең кеше, квалификациялы эшсе, хеҙмәткәр әҙерләү программалары буйынса – 11,3 мең. Бер урынға уртаса 2,5 ғариза бирелгән, тип һандар килтерҙе Башҡортостанстат.
Белешмә. Татьяна көнөн илдең төп юғары уҡыу йорто М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына нигеҙ һалыу хөрмәтенә байрам итәләр. Уны ойоштороу тураһындағы ҡарарға батшабикә Елизавета 25 ғинуарҙа – Изге Татьяна иҫтәлеге көнөндө ҡул ҡуя. Студенттар өсөн – был күңел асыу, ҡышҡы сессияны ябыу һәм көтөп алған каникулдар башланыуын билдәләү сәбәбе, шулай уҡ юғары уҡыу йорто етәкселеге менән ирекле аралашыу мөмкинлеге лә.
http://www.bashinform.ru/news/1108088-v-bashkirii-tatyanin-den-budut-otmechat-bolee-200-tysyach-studentov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика