15:12 (UTC+5), 25 Ғинуар 2018

Өфөлә кардиохирургтар ваҡытынан алда тыуған сабыйҙың йөрәгенә операция яһаны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә кардиохирургтар ваҡытынан алда тыуған сабыйҙың йөрәгенә операция яһаны. Уның ауырлығы — бер килограм самаһы.
«Бала 700 грамлыҡ булып донъяға килде, йөрәгендә физик кәмселек бар ине. Республика клиник перинаталь үҙәге табиптары күпмелер ваҡыт сабыйҙы операцияға әҙерләне һәм уның кәүҙә ауырлығы артҡас, кардиохирургтар бала табыу йортонда уҡ уға операция яһаны», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Республика клиник үҙәге баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары Богдан Олейник.
Уның һүҙҙәренсә, был операция бригадаһының башҡа дауалау учреждениеларына тәүге сығыуы түгел. Быға тиклем кардиология үҙәге табиптары Республика балалар клиник дауаханаһында, «Әсә һәм бала» клиник госпиталендә йөрәккә операциялар яһаған.
«Белгестәребеҙ Республика клиник перинаталь үҙәгендә тәүге тапҡыр операция эшләне», — тине Богдан Олейник.
Сабыйға артериаль юл асыҡ тигән диагноз ҡуйыла. Бала ҡарында саҡта был нормаға тап килә. Ләкин тыуғанда ҡан тамыры «ябыла», ҡыҙыҡайҙың иһә шул килеш ҡалған. Баланы операция ғына ҡотҡара ала. Асыҡ юлға табиптар ҡыҫҡыс һала. Операция ҡатмарлы түгел, шулай ҙа ҙур оҫталыҡ талап итә, сөнки артериаль юл — ул 4-12 миллиметр оҙонлоҡтағы ҡыҫҡа ҡан тамыры.
Кардиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары билдәләүенсә, сабыйҙың йөрәгенә башҡаса операция талап ителмәй. Әле ҡыҙыҡай перинаталь үҙәктә реабилитация курсы үтә.
Республика кардиология үҙәге табиптары йылына 700-ҙән ашыу ошондай операция яһай. Операцияларҙың дөйөм һаны һигеҙ мең самаһы тәшкил итә, яһалма ҡан әйләнеше шарттарында — 2300.
Республика кардиология үҙәге йөрәк тамырҙарына коронар шунт ҡуйыу буйынса операциялар һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй.
http://www.bashinform.ru/news/1108344-v-ufe-kardiokhirurgi-proveli-operatsiyu-na-serdtse-nedonoshennomu-novorozhdennomu-mladentsu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика