14:41 (UTC+5), 24 Ғинуар 2018

Республика студенттарына Төркиәлә гид булып эшләү мөмкинлеге бар

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы колледжынан 12 студент 2018 йылдың апреленән октябргә тиклем Төркиәнең ҙур туристик компанияларының береһендә стажировка үтеү мөмкинлеген алды. Трансфер һәм экскурсия гидтары булып эшләү — «Ҡунаҡхана сервисы» һөнәре буйынса белем алғандар өсөн ҙур тәжрибә.
2017 йылдың аҙағында студенттар етди һайлап алыу турын үтте. Улар компанияның Рәсәй һәм Төркиә вәкилдәре менән ике әңгәмәләшеүҙә булды. Комиссия һөнәри компетенцияларҙы һәм инглиз телен белеүҙе баһаланы.
«Конкурс Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙҙы, – тип билдәләне колледж мөдире Н. Н. Ткачева. – Бөгөн беҙ Төркиә компанияһы өсөн хеҙмәткәрҙәр һайлау буйынса төп майҙансыҡ иҫәпләнәбеҙ. Беҙ уның менән оҙайлы килешеү төҙөнөк».
Әңгәмәләшеүҙә Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың көньяҡ төбәгендәге төрлө уҡыу йорттарынан 38 кеше ҡатнашты. Төркиәгә бөтәһе, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары менән бергә, тағы һигеҙ кеше юллана.
«Ҡунаҡхана сервисы» һөнәре колледжда ике йыл элек асылғайны. Бөгөн унда 60-тан ашыу студент абруйлы һөнәрҙең серҙәренә төшөнә.
http://www.bashinform.ru/news/1107425-gidami-v-turtsii-budut-rabotat-studenty-iz-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика