03:40 (UTC+5), 24 Января 2018

Февралдә Өфө-Силәбе-Екатеринбург-Обь буйы поезы йөрөй башлай

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 18 февралдә Өфө – Силәбе – Екатеринбург – Обь буйы пассажирҙар поезы йөрөй башлай. Башҡортостандың баш ҡалаһынан машруттың һуңғы нөктәһенә, Ханты-Манси автономия округындағы ҡасабаға тиклем сәйәхәт хәрәкәт йүнәлешенә ҡарап, ҡырыҡ сәғәт самаһы тәшкил итәсәк.
Өфө вокзалынан поезд дүрт көнгә бер тапҡыр китәсәк. Төп туҡталыштар: Кропачево, Златоуст, Миәсс, Силәбе, Үрге Өфәлей, Екатеринбург, Невьянск, Түбәнге Тагил, Серов, Геологик һәм Нягань.
Куйбышев тимер юлы матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, поезға билеттар һатыла башлаған да инде. «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнән Обь буйы станцияһына ҡәҙәр плацкарт вагонға билет – 1393 һумдан, купеға 2 820 һумдан башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1107227-v-fevrale-zapuskaetsya-poezd-ufa-chelyabinsk-ekaterinburg-priobe/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика