07:42 (UTC+5), 23 Января 2018

Яҙылышмайынса йәшәүҙе никахҡа тиңләргә тәҡдим итәләр

zdorovie.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Сенатор Антон Беляков ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙың биш йылдан артыҡ бергә йәшәүен йәки ике йыл дауамында бергә ғүмер итеүен һәм уртаҡ балалары булыуын ошондай мөнәсәбәттәргә тиңләштерергә мөмкин тип һанай. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә.
«Фактик никах мөнәсәбәттәре институты» Швецияла, Нидерландта, Норвегияла, Францияла һәм Германияла танылған. Ул ир менән ҡатындың юридик хоҡуҡтарын яҡлай. Рәсәйҙә закон проекты ҡабул ителгән осраҡта ғаиләнең бергә йәшәгән осорҙа туплаған мөлкәте уларҙың дөйөм милке тип таныла.
Ошондай закон проекты 2015 йылда ла Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгәйне, ләкин кире ҡағылды. Эксперттарҙың да яңы проектҡа һорауҙары байтаҡ, сөнки ул уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, алимент түләү кеүек мәсьәләләрҙе йәки кемдеңдер элекке тормош иптәше менән айырылышмаған осраҡтарҙы һәм башҡа аспекттарҙы асыҡламай.
Шуның менән бергә йылдар үткән һайын теркәлгән никахтар һаны кәмей, парҙарҙың күбеһе «ирекле мөнәсәбәттәр»гә өҫтөнлөк бирә.
http://www.bashinform.ru/news/1106827-sozhitelstvo-predlagayut-priravnyat-k-braku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика