16:54 (UTC+5), 23 Января 2018

Тағы ла бер авиакомпания Өфөнән Сочиға билеттар һатыла башлауы хаҡында иғлан итте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 2018 йылдың 20 июненән 5 сентябренә тиклем Өфө-Сочи-Өфө маршруты буйынса даими рейстарҙы «КрасАвиа» авиакомпанияһы башҡара.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, осоштар Як-42 һауа судноһында аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәренә планлаштырылған. Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн самолет Өфөнән һәм Сочиҙан кискә ҡарай юлға сыға. Билет хаҡына һәр пассажирға 20 килограмм багажды бушлай ташыу инә. Балалар өсөн тарифтан 30 процент күләмендә ташлама ҡаралған.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты — илдең ISAGO (IATA Safety Audit for Ground Operations) етештереү стандарттарына тап килеүен раҫлаған тәүге төбәк аэропорты. Аэропорттың хеҙмәттәре менән 40-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары файҙалана, аэропортта ике осоу-ултырыу һыҙаты һәм ике терминалдан торған аэровокзал бар.
http://www.bashinform.ru/news/1107063-eshche-odna-aviakompaniya-obyavila-o-nachale-prodazh-biletov-iz-ufy-v-sochi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика