09:15 (UTC+5), 23 Января 2018

Ленинград блокадаһын өҙгән көндә республикала «Блокада икмәге» акцияһы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 26-27 ғинуарҙа Өфөлә, Башҡортостандың йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәгендә «Блокада икмәге» акцияһы барышында Ленинград блокадаһын өҙөүгә арналған саралар уҙғарыла. Проекттың ойоштороусылары — «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе, «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының «Йәш армияһы».
Йома, 26 ғинуарҙа, Өфөләге скверҙа (Ленин урамы, 10) теләгән һәр кем Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы атыу ҡоралы макеттары менән таныша, Ленинград өлкәһендә һуғыш үткән юлдарҙа табылған экспонаттарҙы ҡарай ала. Шулай уҡ Ленинград блокадаһын өҙөүгә бағышланған листовкалар һәм блокада рецебы буйынса бешерелгән 125 грамлыҡ икмәк таратыу ҡаралған.
Шәмбе, 27 ғинуарҙа, төп саралар көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә ҡәҙәр республиканың Хәрби Дан музейында уҙа. Акция барышында 1941 йылдың 28 авгусында һәләк булған һалдат Самсонов Иван Ивановичтың шәхси әйберҙәрен туғандарына тапшырыу, «Бөйөк һуғыш» — «Ленинград блокадаһы» циклынан документаль фильм ҡарау, Еңеү паркында Ленинград блокадаһын өҙөүгә бағышланған листовкалар һәм блокада рецебы буйынса бешерелгән 125 грамлыҡ икмәк таратыу күҙаллана. Сара Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу менән тамамлана.
http://www.bashinform.ru/news/1106918-v-godovshchinu-snyatiya-blokady-leningrada-v-bashkirii-proydet-aktsiya-blokadnyy-khleb/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика