10:20 (UTC+5), 23 Января 2018

Өфөлә Волга буйы федераль округының «Киләсәк» социаль форумы үтә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Волга буйы федераль округының «Киләсәк» социаль форумы үтә. Сараны ил социаль тармағының киләсәге образын булдырыу маҡсатында Рәсәйҙең бөтә федераль округтарынан Социаль педагогтар социаль хеҙмәткәрҙәр союзы уҙғара.
Конгресс-холл майҙансығында Һамар, Ырымбур, Пенза өлкәләренән, Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия республикаларынан тармаҡ белгестәре йыйылған. «Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү» тип исемләнгән стратегик сессия форумдың төп сараһы булды. Һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарында йәмәғәт, профессиональ берләшмә, закондар сығарыу һәм башҡарма власть, эшҡыуарлыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған өлкә вәкилдәре, социаль хеҙмәт алыусылар йәмғиәт тормошоноң мөһим өлкәләренә ҡағылышлы фәҡирлек менән көрәшеү, ауылда социаль проекттар, социаль өлкәне һанлаштырыу, инвалидтарҙың башҡа граждандар менән бер тиң мөмкинлектәргә хоҡуғы, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, мәшғүллек, ғәҙел хеҙмәт хаҡы кеүек темаларҙы тикшерҙе.
Өфөнән һуң оҡшаш социаль форумдар Дондағы Ростовта (25-26 ғинуар), Екатеринбургта (1-2 февраль), Пятигорскиҙа (5-6 февраль), Улан-Удэла (13-15 февраль), Владивостокта (21-22 февраль) үтә. «Киләсәк» бөтә Рәсәй социаль форумы 1-2 мартта Мәскәүҙә үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1106746-v-ufe-prokhodit-sotsialnyy-forum-budushchee-privolzhskogo-federalnogo-okruga/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика