08:30 (UTC+5), 23 Ғинуар 2018

Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә: республиканан 2,5 меңгә яҡын пар туй юбилейҙарын билдәләгән

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Былтыр Башҡортостанда 2 483 пар туй юбилейҙарын билдәләгән. Төбәктең Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 1775 пар алтын туйҙарын ҡаршы алған, 699 пар 60 йыл бергә ғүмер иткән (гәүһәр туй). Туғыҙ ғаилә, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын (хозур туйҙы) билдәләгән.
Йыл башынан ЗАГС органдарында 50-75 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләрҙе ҡотлау дауам итә.
Атап әйткәндә, Ғафури районынан Хисмәтуллиндар ғаиләһе өсөн 2018 йыл – Ғаилә йылы – иҫтәлекле датанан башланып китте. Уларҙың никахын теркәгәндән һуң 70 йыл үткән. Тәлғәт Абдулла улы инженер-механик булып эшләгән, быйыл уға 90 йәш тула. Рәйхана Бәхтийәр ҡыҙы быяла заводында тир түккән, уға 88 йәш. Улар бергәләп биш бала үҫтергән, 10 ейән-ейәнсәргә һәм 12 бүлә-бүләсәгә ҡыуанып ултыра.
Юбилярҙарға ғәҙәттәгесә республика Башлығы исеменән иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау открыткаһы тапшыралар.
http://www.bashinform.ru/news/1106564-vmeste-i-v-gore-i-v-radosti-pochti-2-5-tysyachi-par-iz-bashkirii-otprazdnovali-yubilei-supruzheskoy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика