08:30 (UTC+5), 22 Ғинуар 2018

Мәғариф министрлығында ҡышҡыһын ниндәй шарттарҙа саңғыла физкультура дәресен уҙғарырға рөхсәт ителгәнен аңлаттылар

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Һыуыҡтар менән бәйле Башҡортостан Мәғариф министрлығында ниндәй температура булғанда тышта физкультура менән шөғөлләнергә, йәғни саңғы әҙерлеге дәресен уҙғарырға рөхсәт ителгәнен аңлаттылар. Ведомствола раҫланған СанПиН нормаларына һылтаналар. Уға ярашлы, 12 йәшкәсә балалар ел иҫмәгәндә, һауа температураһы -9 градустан түбән булмағанда саңғыла йөрөй ала. Ел булғанда, уның тиҙлегенә ҡарап, температура сигенең -3 градусҡа саҡлы күтәрелеүе ихтимал.
12-13 йәштәге үҫмерҙәргә: саңғыла елһеҙ -12 градуста йөрөргә ярай. Елдең тиҙлеге секундына 10 метрға тиклем етһә, был сик -9, -5 градусҡа ҡәҙәр күтәрелә.
14-15 йәшлек уҡыусылар урамда ел булмағанда 15 градус һыуыҡта шөғөлләнә ала. Ел иҫкәндә – 12...-8 градуста.
16-17 йәштәге үҫмерҙәргә ел булмағанда был сик бер градусҡа кәметелә, йәғни -16 градусҡаса. Ел иҫкән көндө -15, -10 градус сик булып тора.
Елдең тиҙлеге секундына 10 метрҙан артҡанда урамда дәрестәр уҙғарылмай.
Балаларға урамдағы физкультура дәресенә махсус өҫ кейеме: ел үтмәгән куртка, йылы, һыу үтмәгән спорт салбары, йылы эс кейеме, саңғыла йөрөү өсөн спорт башлығы, бейәләй йәки махсус бирсәткә, йөн ойоҡ кейергә кәрәк.
Саңғы ботинкалары иркен, йомшаҡ һәм һыу үткәрмәй торған булырға; саңғы оҙонлоғо санғысының буйына тап килергә (ҡулды өҫкә күтәргәндәге оҙонлаҡта йәки саҡ ҡыҫҡараҡ); саңғы таяҡтары саңғысының буйына һәм ауырлығына тап килергә тейеш. Улар иңбаш кимәленә етһә, дөрөҫ һайланған (коньки йөрөшө өсөн аҙыраҡ оҙонораҡ кәрәк) тип иҫәпләнә. Пластик саңғыларҙы һауа температураһына ҡарап, махсус парафин менән эшкәртергә кәрәк.
Тән туңыу билдәләре: тән ағара, асыҡ урындар – ҡолаҡтар, танау, сикәләр тойоу һәләтен юғалта.
http://www.bashinform.ru/news/1105833-v-minobrazovaniya-bashkirii-razyasnili-pri-kakikh-usloviyakh-zimoy-mozhno-provodit-uroki-fizkultury-/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика