02:30 (UTC+5), 22 Января 2018

2017 йылда Башҡортостанда яҡынса 28 мең пар өйләнгән, 15,5 мең ғаилә тарҡалған

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың ЗАГС органдарында былтыр 27 931 пар өйләнгән. Был турала республиканың Юстиция буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итттеләр. Унан алдағы 2016 йылда республикала күпкә кәмерәк – 25 323 ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырма 2,5 меңдән ашыу.
Күп кенә өйләнгәндәр никахтарын теркәү өсөн «матур» дата һайлаған. Былтыр шундайҙарҙан 07.07.2017 булды – был көндө республиканың ЗАГС бүлектәрендә 796, шул иҫәптән Өфөлә 212 ғаилә теркәлгән. 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көндө республика буйлап 410, шул иҫәптән баш ҡалала 151 йәш пар өйләнгән.
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 25-34 йәш әүҙем өйләнеү һәм кейәүгә сығыу осоро булып иҫәпләнә. Әммә ғәҙәттәгенән айырмалы осраҡтар ҙа бар. Атап әйткәндә, мөнәсәбәттәрен теркәргә ҡарар иткән иң оло пар – Әбйәлил районынан 93 йәшлек кейәү менән 78 йәшлек кәләш. Былтыр 15 568 ғаилә тарҡалған. 2016 йылда 78-гә күберәк – 15 646 ғаилә айырылышҡан. Айырылышыу осраҡтары йышыраҡ тәүге биш йыл тормош көткән ғаиләләр араһында күҙәтелә. Иң оло айырылышҡандарҙың иренә 91, ҡатынына 82 йәш.
http://www.bashinform.ru/news/1105683-v-2017-godu-v-bashkirii-obrazovalos-pochti-28-tysyach-semey-15-5-tysyachi-semey-raspalos/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика