08:00 (UTC+5), 19 Января 2018

Өфөнән блогер ҡыҙ тыуған ҡалаһы тураһында рэп яҙған һәм уға клип төшөргән

видео скриншоты
видео скриншоты
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнән йәш блогер Әлиә Миңлеғолова (Aliya Mi) тыуған ҡалаһы тураһында башҡортса рэп яҙған һәм уға клип төшөрткән. Ҡыҙ ҡапыл видеоролик төшөрөү идеяһы менән янып китә. Баш ҡаланың 16-сы гимназияһында уҡыусы 10 йәшлек уҡыусы икенсе кластан бирле әүҙем ғилми эшмәкәрлек алып бара. Уның һуңғы тикшеренеүе Ленин исемендәге паркка арналған.
«Был эшкә әҙерлек барышында Әлиә менән бергәләп Өфө тураһында шиғырҙарға анализ яһаныҡ һәм ҡыҙым уларҙың береһен көйгә һалһаң ҡыҙыҡ булыр ине тигән уйға сумды. Ул йәштәр араһында көнүҙәк рэп тигән йүнәлеште һайланы һәм һүҙҙәре башҡорт телендә булырға тейеш тигән ҡарарға килде. Һөҙөмтәлә Өфөнән тағы ла бер ижади егет Марсель Шәғәлиев шиғырҙың авторы булып сығыш яһаны. Аранжировкалаусы – Ғәлинур Юламанов, монтаж – Азат Әхмәтов, хореограф – Виктория Баженова. Клипта Әлиә менән бергә уның әхирәттәре-класташтары Вероника һәм Кира төштө», — тип «Башинформ» агенлығы менән уртаҡлашты Әлиәнең әсәһе, юридик фәндәр докторы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Динара Миңлеғолова.
Дүртенсе класс уҡыусыһы Әлиә Миңлеғолова дөйөм белем биреү мәктәбенән тыш, музыка мәктәбендә уҡый. Башта ҡыҙ флейтала уйнарға өйрәнде, хәҙер тынлы ҡоралды думбыраға (башҡорт ҡыллы музыка ҡоралы) алмаштырҙы. Былтыр Әлиә «Дуҫлык» халыҡ ҡоралдары ансамблендә Абхазияла «Көньяҡ төн» конкурсында Гран-при яуланы.
Ҡыҙҙың ата-әсәләре уның башланғыстарын хуплай. Класта, Әлиәнең был мауығыуын белеп, мәктәп тураһында рус телендә коллектив йыр яҙыу теләге менән илһамландылар. Әлиә музыка яҙған, ата-әсәһе текст менән ярҙам иткән. Яҡын ваҡытта балаларҙың көсө менән клип төшөрөү һәм уны монтажлау күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1105191-yunaya-blogersha-iz-ufy-zapisala-rep-pro-rodnoy-gorod-i-snyala-na-nego-klip/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика