05:30 (UTC+5), 19 Января 2018

Өфөлә Волга буйы федераль округының социаль өлкә белгестәре йыйыласаҡ

мой-ориентир.рф
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә 22-23 ғинуарҙа «Киләсәк» тип аталған социаль форум үтә. Унда Волга буйы федераль округы белгестәре ҡатнашасаҡ. Форумдың төп сараһы – «Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү» стратегия сессияһы. «Тигеҙ хоҡуҡтар — тигеҙ мөмкинлектәр», «Һанлы социаль өлкә», «Халыҡты һаҡлау һәм арттырыу», «Социаль дәүләттең мохтажһыҙ киләсәге» — исемле башҡа сессия темалары тиккә һайланмаған, улар йәмғиәт тормошоноң бөтә мөһим өлкәләренә ҡағыла, тип билдәләнеләр Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
Бөгөн Рәсәйҙә социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүсе 600 меңдән ашыу белгес иҫәпләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең эшмәкәрлек төрө буйынса кәмендә 10-20 социаль хеҙмәт алыусы һәм уларҙың ғаиләләре менән эш алып бара. Һөҙөмтәлә был илдәге социаль өлкә киләсәген проектлауҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡыҙыҡһынған 10 миллиондан ашыу кеше.
Оҡшаш форумдар бөтә федераль округтарҙа сиратлап уҙғарыла. Ойоштороусылары: Президент гранттары фонды бүлгән Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты булышлығында Федерация Советы, Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль платформаһы, Милли социаль коммуникациялар агентлығы, Рәсәйҙең Социаль хеҙмәткәрҙәр һәм социаль уҡытыусылар союзы.
http://www.bashinform.ru/news/1105557-v-ufe-soberutsya-spetsialisty-sotsialnoy-sfery-pfo-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика